Новости
14 Декабря 2024, 08:00

"Өмөтөбөҙ ҙә, ышанысыбыҙ ҙа - Башҡортостан!"

***

Фото: авторФото: автор
Фото:Фото: автор

Vl Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайына Силәбе өлкәһенән 60-тан ашыу делегат килгәйне. Улар араһында ғалим һәм яҙыусы, «Ватандаш»  журналының былтырғы лауреаты Рәшит Хәкимовты күреп бик һөйөндөм. Уның "Япон мулла" тигән тарихи- документаль романын һорап, әле лә редакцияға мөрәжәғәт итеүселәр бар. 

- "Ватандаш"ҡа һәр ваҡыт рәхмәттәр уҡыйым, һеҙ мине яҙыусы булараҡ астығыҙ, Башҡортостанға таныттығыҙ, - ти ул үҙе. 
Ҡоролтайҙан бик йылы тәьҫораттар менән, рухланып-илһамланып ҡайта ағай. 

- Оҙаҡҡа еткән программа ишетергә тип килгәйнем бөгөнгө ҡорға, уны мин ишеттем. Һәр эштә төплө нигеҙ кәрәк. Башҡортостан Башлығының сығышын халҡыбыҙҙың киләсәге өсөн эшебеҙгә әҙер концепция булды тип һанайым. Көндәлек эш араһында ҡайһы бер нәмәләрҙе күрмәй китәбеҙ бит. Ҡоролтайҙағы тәрән фекерле сығыштар алдыбыҙҙа офоҡтар асты. Күңелдә - байрам. Башҡортостан йәшәһә, беҙ ҙә бирешмәҫбеҙ. Өмөтөбөҙ ҙә, ышанысыбыҙ ҙа - Башҡортостан!

#ҡоролтай
#Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы
#VlБөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы

Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА.

Читайте нас