Новости
13 Декабря 2024, 13:52

"Патриотизм төшөнсәһе айырым мәғәнәгә эйә"

Тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев оло ҡор хаҡында фекере менән бүлеште. 

"Патриотизм төшөнсәһе айырым мәғәнәгә эйә""Патриотизм төшөнсәһе айырым мәғәнәгә эйә"
"Патриотизм төшөнсәһе айырым мәғәнәгә эйә"

 

- Бөгөн патриотизм төшөнсәһе айырым мәғәнәгә эйә. Илебеҙ, барлыҡ халыҡ еңел булмаған осор кисерә, шуға ла беҙ берҙәмлек күрһәтергә, бер-беребеҙгә ныҡлы таяныс булырға тейешбеҙ, - тине Нурислам Мирхәйҙәр улы. - Республика етәксеһе Радий Хәбиров һәм Хөкүмәтебеҙ был йәһәттән эҙмә-эҙлекле эш алып бара, яугирҙарҙы бар яҡлап та тәьмин итеү өсөн ҙур көс һала. «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүҙе дауам итәсәкбеҙ», - тип белдерҙе Радий Фәрит улы. Ул шулай уҡ тәрбиә, тел мәсьәләләрен дә күтәрҙе. Был һорауҙар ҙа айырым иғтибар талап итә, сөнки туған телде белмәүсе, бары русса һөйләшеүсе балалар күбәйҙе. Вуздар, мәктәптәр яңы ҡулланма материалдар менән эшләргә тейеш, тип тә белдерҙе төбәк башлығы. Мәғариф учреждениелары тейешле һығымта яһар, моғайын. Ғөмүмән, Ҡоролтайҙа халыҡты борсоған байтаҡ мөһим мәсьәләләр күтәрелде, улар тормошҡа ашырылыр, тип уйлайым.

Автор фотоһы. 

 

 

Автор:Раиля Галеева
Читайте нас