Новости
13 Декабря 2024, 04:40

Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә

12-14 декабрҙә Өфөлә мөһим сара – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы үтә.

Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтәӨфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә
Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы уҙғарылған оло ҡор донъяның төрлө төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе берләштерәсәк. Форумға 500-ҙән ашыу делегат килгән.

Сара барышында ғилми-ғәмәли конференциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, ижади лабораториялар, яңы проекттар, түған телде, мәҙәниәтте, рухи мираҫты һаҡлау, үҫтереү буйынса фекер алышыуҙар көтөлә.

– Маҡсат – милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, төбәктән ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙға булышлыҡ итеү, - тип белдерҙеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтендә.

Автор фотолары.

Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә
Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә
Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә
Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә
Автор:Раиля Галеева
Читайте нас