- Бөгөн Ҡоролтайҙа Радий Фәрит улы Хәбировтың сығышы миңә бик оҡшаны. Республиканың төп милләтенең ихтыяждарын иҫәпкә алмайынса эшләргә ярамай, тигән фекер яңғыраны унда һәм был бик дөрөҫ. БМО-ның аҫаба халыҡтарҙың хоҡуҡтары тураһында резолюцияһы бар. Шуны аңламаған кешеләр булды, милләттәрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйҙылар.
Ә Радий Фәрит улында эске инанғанлыҡ бар. Ул ҡурайыбыҙҙы бик күтәрҙе. Әле милли бейеү көнөн булдырыу тураһында иғлан итте. Телебеҙгә иғтибар арта. Былар барыһы ла башҡорттоң милли асылын, үҙенсәлектәрен күрһәтә торған нәмәләр, шулар аша беҙ үҙебеҙҙе донъяға танытабыҙ, тиңдәр араһында тиң булыуыбыҙҙы раҫлайбыҙ.
Шул һөйөндөрә. Ғөмүмән, етәксебеҙҙең үҙенең дә ныҡ үҫкәне күренә, үҙе лә үҫә, халыҡты ла әйҙәй. Милләт тә үҫә - етәксе лә үҫә. Улар бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән.