- VI Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайында республика етәксеһенең сығыш яһауы үҙе үк халҡыбыҙға ихтирам һәм ойошманың абруйы тураһында һөйләй. Докладта башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, киләсәккә йүнәлештәр күрһәтелде. Миңә айырыуса уның Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайын республикалағы сәйәси, иҡтисади, мәҙәни һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашырға саҡырыуы оҡшаны. Шулай бер төптән егелеп эшләгәндә генә беҙ халҡыбыҙҙың прогрессив үҫешен тәьмин итә алабыҙ.
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #VIВКБ