Фаил Камил улы йәштәр өсөн туристик программалар (пенсионерҙар өсөн булдырылған «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһы кеүек) индереләсәкме, тип ҡыҙыҡһынды.
- Республикала 2022, 2023 йылдарҙа «Мәктәп туризмы» тигән шәп программа эшләне. Федераль бюджеттан 200-300 миллион һум бүленә ине. Тик 2024 йылда финанслау туҡтатылды, - тине төбәк етәксеһе һәм тик берлектәге финанслау булғанда ғына был программаны тормошҡа ашырып була, тип билдәләне.
2025 йылда «Мәктәп туризмы» программаһы эшләмәгән осраҡта ла республикала мәктәп турҙары ойошторорға мөмкинлек эҙләйәсәктәр, тип вәғәҙәләне Башҡортостан Башлығы. Мәҫәлән, Белоруссияға балалар сәфәрҙәре ойоштороу күҙ уңында тотола.
- Әлегә аҡса иҫәпләйбеҙ, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.