Кино сәнғәте аша әҙәбиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе танытыуыбыҙҙы әйтеп, Айгиз Ғиззәт улы был йүнәлештә ниндәй ярҙам күҙалланауы тураһында һораны.
Радий Фәрит улы башҡорт киноһын үҫтереүҙә ярҙам буласаҡ, тип белдерҙе. Республика Башлығы шулай уҡ Айгиз Баймөхәмәтовтың Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Касым-Жомарт Токаевтың атаһы, фронтовик яҙыусы Кемель Токаевтың «Серле эҙ» китабын башҡорт теленә тәржемә итеүен телгә алды һәм яҙыусыға рәхмәт әйтте. Китап «Рәсәй - Ҡаҙағстан» форумы барышында Ҡаҙағстан лидерына бүләк ителгәйне.