Республика Башлығы билдәләүенсә, дәүләт башлығы аралашыуҙа бик иғтибарлы һәм ихлас кеше.
«Путиндың килеүе - һәр саҡ ҙур яуаплылыҡ. Президент Өфөлә һуңғы тапҡыр «Рәсәй - спорт державаһы» форумында булғайныҡ. Ул көндө беҙ ике объектты асыуҙы ҡатнаштыҡ. Мин ил етәксеһенә республикалағы хәлдәр хаҡында һөйләнем, Махсус хәрби операцияға индергән өлөшөбөҙ хаҡында әйтеп үттем, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Егеттәргә ярҙам итеүҙе дауам итәсәкбеҙ».
Бынан тыш, дәүләт башлығы менән осрашыуҙа һүҙ төбәктең иҡтисади үҫеше, агросәнәғәт комплексы, социаль өлкә һәм башҡа тармаҡтар хаҡында барған.
«Республика - Рәсәйҙең терәк төбәге. Беҙ республикабыҙ тормошона ҡағылышлы бөтә мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Ил Президенты республикабыҙ халҡына һәр саҡ тәрән ихтирам менән ҡарай», - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.