Республика Башлығы әйтеүенсә, объектҡа анализ яһалған, декабрҙә экспертиза һөҙөмтәләре килергә тейеш. Мәсеттең нигеҙе, стеналары яҡшы торошта, ә ҡыйығын алмаштырырға кәрәк. Быйыл манараларға бәйле эштәр тамамланасаҡ. Иң мөһиме – финанслауға бәйле мәсьәлә хәл ителгән.
Радий Хәбиров мәсеттең киләһе дүрт йылда төҙөлөп бөтәсәген билдәләне.