Новости
3 Декабря 2024, 15:25

МХО ветерандарын эшкә урынлаштырыу хаҡында

Радий Хәбиров махсус хәрби операция ветерандарын эшкә урынлаштырыу тураһында һорауға яуап бирҙе.

МХО ветерандарын эшкә урынлаштырыу хаҡындаМХО ветерандарын эшкә урынлаштырыу хаҡында
МХО ветерандарын эшкә урынлаштырыу хаҡында

Махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусылар республикаға ҡайтҡандан һуң идара итеү системаһында эшләй ала, тип билдәләне Радий Хәбиров.

-  Махсус хәрби операция ветерандары депутат булып һайлана, ауыл советы башлығы булыусылар ҙа бар. Күптәре «Ватанды һаҡлаусылар» фондында координатор булып эшләй. Тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтҡандан һуң хәрбиҙәребеҙҙе социалләштереү буйынса бик мөһим бурыс тора. Республикала йәшәүселәрҙе ҡайтанан уҡытыу буйынса федераль программа бар, был маҡсатҡа йыл һайын 700 миллиондан 1 миллиард һумға тиклем аҡса бүленә. Яңыраҡ бер көрәшсегә республика Башлығы хакимиәтенә эшкә урынлашырға тәҡдим иттем. Шуныһы мөһим: егеттәрҙең донъяға ҡарашы үҙгәрә, улар ҙур тормош тәжрибәһе ала. Тап ошо сифаттар эштәрендә бик файҙалы буласаҡ.

Автор:Раиля Галеева
Читайте нас