Все новости
Новости
29 Ноября , 10:24

"Яҡты рухың күңелдәрҙә йәшәй һәм йәшәр..."

Сәғитов Айнур Илдар улы иҫтәлегенә.

"Яҡты рухың күңелдәрҙә йәшәй һәм йәшәр..."
"Яҡты рухың күңелдәрҙә йәшәй һәм йәшәр..."

Сәғитов Айнур Илдар улы 1996 йылдың 31 ғинуарында Учалы районының Өргөн ауылында тыуа. Үҫмер сағынын спорт менән шөғөлләнә, ҡурайҙа уйнай. Бәләкәйҙән атаһы – Балбыҡ ауылы егете, билдәле моторист Илдар Мирза улына эйәреп, колхоз гаражына йөрөй, техника менән ҡыҙыҡһына. Әсәһе, Хәсәнова Нурзиҙә Ғәлимйән ҡыҙы, Айнурҙы тырыш, намыҫлы, кешеләргә ҡарата ихтирамлы булырға өйрәтә.
Айнур 2017 йылда ӨДАТ университетен тамамлай, хәрби кафедрала белем ала. Учалыға ҡайтып, машиналар төҙөү заводында инженер булып эшләй. 2022 йылдан өлөшләтә мобилизация сиктәрендә МХО-ла ҡатнаша. 428-се мотоуҡсылар полкының 10-сы рота командиры була. Өлкән лейтенант. Позывнойы –  "Крот".
...Һөжүмгә күскәндә дошман экскаваторы уларҙың позицияһында ҡала. Ҡурҡыу белмәгән командир тиҙ арала уны тикшереп, ҡабыҙып, пулялар ямғыры аҫтында үҙенең һалдаттары өсөн окоптар ҡаҙып өлгөрә, күп иптәштәрен үлемдән ҡотҡара.
"Ҡыйыулыҡ өсөн", "Хәрби батырлыҡ өсөн" миҙалдары менән бүләкләнә.
Үкенескә ҡаршы, яҡташыбыҙ Айнур Илдар улы 2024 йылдың 21 апрелендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.
Уның яҡты рухы беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр!

Һиңә хөрмәттәрем ҙур!

Малай саҡтан тырыш, сәмле,
Маҡсатлы булдың, Айнур.
Күңелдәрҙе йылытыусы
Булдың һин бер яҡты нур!

Ҡурайҙа матур уйнаның,
Шөғөлләндең спорт менән.
Изге уйлы, ипле булдың,
Яҡтылыҡ бөрктө һинән!

Матур хыялдар ҡорҙоң һин,
Тора белдең һүҙеңдә.
Иман, тәүфиҡ, башҡорт рухын
Йөрөттөң һин үҙеңдә!

Маҡсат ҡуйҙың, уҡып сыҡтың,
Булдың һәйбәт инженер.
Ҡыйыу рухлы илһөйәргә
Ҡәҙерле шул тыуған ер!

Кәрәк булғас, яуға индең,
Шулай ҡуша хәрби ант.
Данлы рота командиры,
Ҡыйыу өлкән лейтенант.

...Уңай позиция яулап,
Дошманды ҡырып - атып.
Эксковаторға менеп,
Тиҙ генә окоп ҡаҙып,
Күпме һалдатты ҡотҡарҙың
Үлем, ут-ғәрәсәттән.

Ут яуһа ла, бирешмәнең,
Ҡан аҡты йәрәхәттән.
Хатта дошман ҡаушап ҡалды
Һин ҡылған батырлыҡтан.

Их, был тормош торһа икән
Яҡтылыҡ, матурлыҡтан!
Ир-егетте яуға кертә
Илһөйәрлек, хәрби ант.

Дошмандарҙы еңер өсөн
Кәрәк ҡыйыулыҡ, талант.
Айнур, һин бик ҡыйыу яугир,
Ҡурҡыу һәм шик һиңә ят.

Ғорур һәм батыр йөрәкле
Һеҙҙең нәҫел, һеҙҙең зат!
Ауылдашым, дан командир,
Һиңә хөрмәттәрем ҙур.
...Яҡты рухың күңелдәрҙә
Йәшәй һәм йәшәр, Айнур!

Рамай Ҡаһир.

Автор:
Читайте нас: