Аҫҡар ауылы халҡы ауылдарын төҙөкләндереү, йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса әүҙем эш алып бара. Бөгөн был ауылда «Урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыу» проекты сиктәрендә төҙөлгән балалар майҙансығы асылды. Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Р. М. Абдуллин, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары В. Ф. Вәлиева, Аҫҡар ауылы биләмәһе башлығы Б. З. Мырҙабулатов ҡатнашты. Майҙансыҡты асыу хоҡуғы уҡыу алдынғылары Азалия һәм Искәндәргә бирелде.
Сығанаҡ