Йыйынтыҡҡа билдәле ғалим-энциклопедист, башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүрҙең 1960 йылдарҙан башлап ярты быуаттан артыҡ ваҡыт эсендә халыҡ араһында йөрөп, шулай уҡ бүтән төрлө сығанаҡтар аша йыйған башҡорт халҡының ынйылары – йырҙар, риүәйәттәр, легендалар, йыр-көй тарихтары, әкиәттәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар, көләмәстәр, эпик әҫәрҙәр тупланған. Авторҙың фольклор экспедициялары тураһындағы яҙмалары «Юлдар миңә йырҙар бүләк итә» тигән исем аҫтында айырым бүлек итеп бирелгән.
Сарала әҙиптең замандаштары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғилми даирә вәкилдәре ҡатнашты.
Китаптың авторы, төҙөүсеһе — әҙип үҙе. Иҫән сағында башлаған эшен уға, ҡыҙғанысҡа, тамамларға насип булмай. Оло әһәмиәткә эйә хеҙмәт ғалимдың ҡыҙҙары – М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Башҡорт фольклоры фәнни-тикшеренеү үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Шәүрә Шәкүрова (проект етәксәһе, яуаплы мөхәррир), БР Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының директор урынбаҫары Гөлдәр Камалова тырышлығы менән донъя күрҙе.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, китапҡа ентекле байҡау яһап, былай тине:
– Рәшит Закир улы ғәзиз халҡына ҙур рухи бүләк ҡалдырҙы. Әгәр ҙә ошо халыҡ гәүһәрҙәре төрлө урында һибелеп ҡалһа, улар әллә ни күҙгә лә эләкмәҫ ине, ә былай һәлмәк китап хәлендә халыҡҡа еткерелде. Арҙаҡлы ғалим һәм шағирыбыҙ Рәшит Шәкүров башҡорт халыҡ ижадына, иң әүәл һүҙ сәнғәтенә, ҡурайыбыҙ моңона, мәшһүр йырҙарыбыҙға, онтолмаҫ йолаларыбыҙға, шанлы тарихыбыҙға ысын мәғәнәһендә гимн яҙған, һүҙҙән һәйкәл ҡойған.
Ҡәҙим Әбделғәлим улы шулай уҡ 1000 тираж менән сыҡҡан баҫманың аҙ булыуын билдәләне. Киң халыҡ массаларына, күрше өлкәләләрҙә йәшәүсе ватандаштарыбыҙға барып етһен өсөн уны мотлаҡ ҡабатлап сығарырға кәрәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Проект етәксеһе Шәүрә Рәшит ҡыҙы үҙенең сығышында атаһы тураһында йылы хәтирәләр менән уртаҡлашты, китапты баҫмаға әҙерләү нескәлектәре менән таныштырҙы.
– Китап тышлығындағы фотоһүрәттә – өләсәйебеҙ Мәсрүрә Шәкүрова. Беҙҙең өсөн ҡәҙерле был портретты Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рәмил Килмәмәтов төшөргән. Атайым менән бергә улар 1981 йылда бергә экспедицияла булған. Бәхетебеҙгә, фото рәссамдың шәхси архивында һаҡланған, уны беҙгә Радик Рәмил улы тапшырҙы, – тип тәьҫораттары менән бүлеште ул.
Рәшит Закир улы талантлы шағир ҙа, тынғы белмәҫ ғалим да, актив йәмәғәт эшмәкәре лә булды. Диалектология, топонимика өлкәһендәге хеҙмәттәренең ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ. «Башҡорт халыҡ ижады ынйылары» китабын ҡулға алғанда уның фольклористикала ла ни ҡәҙәр көс түккәнен асыҡ күрәбеҙ.
Йыйынтыҡта фольклорсылар ғына түгел, тел ғилемен өйрәнеүселәр, этнографтар, тарихсылар ҙа ифрат ҡыҙыҡлы мәғлүмәт таба ала. Рәшит Закир улының һәр деталгә иғтибарлы булыуы шунда асыҡ күренә: ул, мәҫәлән, информанттарҙың тыуған йылын, ҡайһы райондан булыуын ғына яҙмай, ә улар хаҡында мөмкин ҡәҙәре күберәк мәғлүмәт бирергә тырыша: һөйләш үҙенсәлектәре, тормош-көнкүрештәре, кейемдәре, хатта кәйеф, хис-тойғолары ла күҙ уңынан ысҡынмай.
Һуңғы һулышына тиклем милләтен ҡайғыртҡан шәхесебеҙҙең йәне йәннәттә булһын. Ғүмере буйы бөртөкләп йыйған рухи хазиналар, үҙе теләгәнсә, китапҡа тупланып, халыҡҡа ҡайтарылды.
Китап Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан «Ғалим-остаз, фольклорсы Рәшит Шәкүровтың ярты быуатлыҡ яҙыу дәфтәрендә тупланған халыҡ ижады хазиналары» проектына ярашлы баҫылды.
Рәйлә Ғәлиева, «Башҡорт халыҡ ижады хазиналары» китабы мөхәррире.