Асылда, шул ысынбарлыҡ менән күңелдәге хыял, әүәлге менән киләсәк берсә үрелеп шағир йөрәгендә тыуған яңы ай һымаҡ даһи аң Йыһанды гиҙә.
Мифтахетдин Камалетдин улы алтмыш дүрт йыл ғүмер кисеп Сократ, Конфуций, Ғүмәр Хәййәм кеүек аҫыл аҡыл эйәләре сылбырын дауам итте. Халыҡ хәтере алдында тарих юшҡындары көсһөҙ, сөнки тәбиәғәттең үҙе кеүек арыҫландай исем-шәрифтәр ваҡыт улағында дәүер һыналышын үтә. Ул кискән Иҙел-Мейәс һыуҙары, Ҡаҙаҡ далалары, XIX быуат ятыуҙары артта, ә әле иһә тотош Ер шары Аҡмулла «иман нурын ҡабыҙыусы» тип тәбрикләй.
Урал армыттарында йәншишмәне уртлап «башаҡланған» шағир рухы, тикшеренеүселәр билдәләүенсә «ҡаҙаҡта ҡаҙанып, татарҙа татланып» тарих монарҙарын тарата-тарата мәҙәниәт һәм мәғрифәт уҙағы булып асылды.
Ә халыҡ күңеле, иһә, үҙе Ер менән Күк араһында мөғжизәле йәйғор, — ихласлыҡтан яралған саф Инеш кеүек күңелдәрҙе мәңге һуғара ла һуғара.
Ауылдашым, сәсәниә Хәҙисә Ҡусабаева күңеленә лә һары май кеүек яғылған шул инсафлы иман нуры өмөтлө көнгә яҡтылыҡ өҫтәп торғандыр. Уның күңелендә — илаһи ғәм, телендә — Иҙел ташҡыны ише рухи тәғәм. Үҙәктә — тормош асылы — Аҡмулла олатайҙың аһәңле рухи мираҫы.
«Мәшһүр шағир», «шиғриәт йондоҙо», «тарихи феномен», «башҡорт поэзияһының аҡ ыласыны», «илаһи низам» — Мифтахетдин Аҡмулла — ул ысынбарлыҡта халыҡ күңеленә алмастан ҡойолған мәңгелек рухи мәркәз.
Илаһи низам - тәбиғи булмышы. Меңәр йыллыҡ һутлы тупраҡта дәүер тыуҙырған кешелектең саф намыҫы, әхлаҡи кодекс, юлбашсы. «Аҡмулла революцион көрәш юлын белмәне» тиһәләр ҙә, ул мәғрифәт һәм мәҙәниәт уҙаманы булып теҙген бушатмай «уҡыу кәрәк!» тип әйҙәп саф башында бара.
«Нәсихәттәр» — ижади ғәжәйеп фокус, сал быуаттар нурынан туҡылған балҡыш, халыҡтың йәшәү рәүеше үҙе хасил иткән рухи фасыл*.
...Етенсе ҡиммәт нәмә — Ихлас, тигән,
Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ тигән.
Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк,
Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас — юлдаш, тигән...
Был поэтик строфа, асылда, тәбиғәте буйынса нәсихәт булырҙан элек айырып ҡарай торған йәмәғәт һәм тормош хаҡындағы үҙаллы бер хикмәт. Йәки, аҡһаҡал тарафынан тәрән уйланыуға ҡоролған йәнле бер парса. Ижтимағи тормошта социаль- философик фекер үҫеше, халыҡтың күңелендә яралған изге уй-ниәт һәм өмөтлө йөрәккә яғылған һүнмәҫ-һүрелмәҫ тере ҡуҙ.
Ихласлыҡ — философик категория һәм эстетик төшөнсә. Шағирҙың ижад программаһына килеп инеүе лә һис осраҡлы түгел. Сөнки уның нигеҙе, тәүсығанағы — халыҡ аңында, — фольклорҙа һәм Ислам дине мәҙәниәтендә.
Әкиәттәрҙә башланған бәрелеш — дуализм — яҡшы менән яман, изге менән яуыз, хаҡ менән нахаҡ көрәше мәңге йөрәктәрҙе ҡағып-һуғып тора. Әҙәм күңеленә тамыр йәйер «ялған», «яһалма», «ялағай», «ҡуштан», «әшнә» ише исемдәр донъя тулып ятмаһа ла заман үҙенә күрә уларҙы тыуҙырып тора. Халыҡ күңелендәге эскерһеҙ ихласлыҡтан яралған Аҡмулла аңы яһалмалыҡ менән килешмә алмай тормош тантанаһы булып антигеройҙарға ҡаршы баҫа.
Ихласлыҡ — хыял, фантазия емеше түгел, ысынбарлыҡ, тормоштан алынған көнүҙәк мәсьәлә, шағир ҡойоп ҡуйған бер һулымаҫ поэтик образ.
Шиғриәт — ихлас тәбиғәтле ижад, уның бар булмышы ла ихласлыҡ. Ихласлыҡ шағирҙың тоғро юлдашы булып тура атып күңелдәрҙе ҡеүәтләй. Ана шунда ла инде аҡ йәнле Аҡмулла ижадының айырылғыһыҙ бар асылы.
«Инсаф» — кешелекле, кеселекле, «инсафлы» — тәбиәле, әҙәпле, ә иһә «Ихлас» тигән төшөнсә саф күңелле, эскерһеҙ, ысын тигән мәғәнәне аңлата. Халыҡтың бай тормош тәжрибәһе үҙе: «Ихлас илаһаң, һуҡыр күҙҙән дә йәш сыға», «Яратып эшләгән эш арытмай, ихлас әйтелгән һүҙ ялҡытмай», йәки «Инсафы булмағандың иманы булмаҫ», «Инсафлының теле саф», - ти.
Нәсихәттәрҙә, асылда, халыҡ күтәргән әлеге идея шағир тарафынан үҫтерелә. Яҡшы ниәт — ярты дәүләт = хорошее намерение — половина дела, тиҙәр.
Ислам әҙәбе — халыҡтың йәшәү рәүешен ҡеүәтләүсе тәрән фәлсәфә. Аҫыл ғилем эйәһе Аҡмулла изге Ҡөрьән Кәримдең өстән бер өлөшөн тәшкил итеүсе «Әл-Ихлас» мөҡәддәс сүрә икәнлекте яҡшы аңлаған булғандыр, тим. Уны өс тапҡыр уҡыған кеше тотош Ҡөрьәнде уҡып сыҡҡан сауапҡа эйә булыуын, әлбиттә, ул үҙе мөьмин мосолман булараҡ ихлас ҡабул иткәндер.
Донъя яҡсыһы мәшһүр Аҡмулла ижад программаһында ихласлыҡ төшөнсәһенә халыҡ күҙе менән бағып китап һүҙе менән аҡлап дөйөмләштерә, башҡорт халҡына тәбиғәт үҙе биреп яралтҡан тормош асылын асып бирә һәм кешелектең меңәр йыллыҡ рухи аң үҫеш тарихын даһи аңы менән ҡеүәтләй. Ихласлыҡ, ул ғәрешкә баҡҡан өмөтлө ҡараштарҙың изге уй-ниәттәре, — барлыҡ мосолман ҡан-ҡәрҙәштәрҙе һәм Ер шарындағы кешелекте нурлап, донъяны сафлыҡҡа һәм инсафлы булырға әйҙәп тороусы күңел ҡиблаһы.
___
* Низам — тәртип, положение, кодекс. **Фасыл — бүлек, миҙгел.