Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында ҙур социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлөшө тамамлана. Был хаҡта республиканың төҙөлөш министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов үҙенең телеграм-каналында хәбәр итте.
Бинаның дөйөм майҙаны 3 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итә. Бында 300 урынлыҡ тамаша залы, күргәҙмә зонаһы, балалар өсөн уйын бүлмәһе, китапхана, оҫтаханалар урынлашасаҡ. Шулай уҡ үҙәктә тренажер залы, санузелдар һәм душ бүлмәләре менән кейенергә бүлмәләр, балалар сәнғәт мәктәбе буласаҡ.
Объектта бөтә төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланған тиерлек.
Социаль-мәҙәни үҙәкте быйыл декабрҙә файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Хәҙер спорт ҡорамалдары, тамаша залы өсөн ултырғыстар һатып алына.
- Урғаҙа халҡы өсөн был күптән көтөлгән объект. Улар шатланыр тип ышанам, — тип билдәләне Артем Ковшов.
https://hakmar.ru/news/novosti/2024-11-01/bayma-rayonyny-ur-a-a-auylynda-ya-y-ob-ekt-3993301?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485