Ауырғазы районының Степановка ауылында әһәмиәтле ваҡиға булды - спорт майҙансығы асылды. Тантанала Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов, ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары һәм башҡалар ҡатнашты.
Был спорт майҙансығын асыу ауылды төҙөкләндереүҙең сираттағы этабы ғына түгел. Ул - "Айыҡ ауыл" республика конкурсында еңеүҙең ҡыуаныслы һөҙөмтәһе. Спорт майҙансығы урындағы халыҡтың айыҡ, сәләмәт тормошҡа ынтылыуына тағы ла ҙурыраҡ этәргес бирер, Степановка артабан да тотороҡло үҫеш кисерер, башҡаларға маяҡ булыр тип ышанабыҙ.
https://vk.com/wall-109622739_85055