Новости
4 Ноября 2024, 07:00

Осрашыу фәһемле үтте

Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы, Стәрлетамаҡтың 23-сө һанлы полилингваль мәктәбендә мәртәбәле сара үткән.

Осрашыу фәһемле үттеОсрашыу фәһемле үтте
Осрашыу фәһемле үтте

“Шайморатов класы уҡыусылары менән осрашыуҙа Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе - Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосопова ҡатнашты.
 
Тарихсы булараҡ, ул күп халыҡлы Башҡортостан тарихына байҡау яһап, халыҡтар берҙәмлегенең әһәмиәте тураһында бәйән итте.
 
Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр, эстәлекле яуаптар оҡшаны балаларға, улар шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашырға теләктәрен белдерҙе. Йәш шайморатовсылар Балалар ҡоролтайы тураһында күберәк белергә тырышты.
 
Шулай итеп, күп милләтле Башҡортостаныбыҙҙа татыулыҡта быуаттар буйы бергә -бергә йәшәгән халыҡтар тураһында фәһемле әңгәмә ҡоролдо. Сара иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды”, - тиелә яҙмала. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас