Белорет башҡорттары ҡоролтайынвң ВК төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, урындағы педагогия колледжы бинаһында Халыҡтар берҙәмлеге байрамына ҡарата "Башҡорт уйындары" тип аталған көҙгө спартакиада үткән.
"Спартакиадала райондың башҡорт ҡоролтайы, татар конгресы, рус соборы, йәмәғәт палатаһы ойошмалары һәм Белорет педагогия колледжы командалары ҡатнашты.
Сара районда эшләп килгән йәмәғәт ойошмалары һәм йәштәр араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу, күрше йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәтенә хөрмәт тәрбиәләү, милләт-ара яҡшы мөнәсәбәттәр уятыуға йүнәлтелде.
Спартакиаданы ойошторорға ярҙам иткән педагогия колледжы директоры Гөлшат Йомағужинаға, беҙҙең башланғысты күтәреп алған йәмәғәт ойошмаларына, әүҙем ҡоролтай ағзаларына һәм шулай уҡ еңеүселәрҙе бүләкләргә ярҙам иткән "Металлург" кинотеатры директоры Данис Йыһаншинға, "Дельфин" бассейны директоры Вадим Кадраевҡа, "Движение" фитнес клубы етәксеһе Юлия Дарвинаға, "САБЕЛЛ" ҡатын-ҡыҙҙар кейеме бүлеге етәксеһе Гөлнур Йомабаеваға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Сара Рәсәй, Башҡортостан гимндары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының гимны булып һаналған "Урал" йыры менән башланып китте. Тантаналы асыу барышында ҡоролтай рәйесе Эльза Мөхәмәҙиева, татар конгресы рәйесе Земфира Хамматова, рус соборы етәксеһе Елена Шаранова, Йәмәғәт палатаһы ойошмаһы Айгөл Вәлиева командаларға сәләмләү һүҙен еткерҙе.
Ярыш һөҙөмтәләре буйынса I урынды Йәмәғәт палатаһының "Толпар", II урынды башҡорт ҡоролтайның "Аҡбуҙат", III урынды татар конгресының "Дуҫлыҡ" командалары яуланы. Педагогия колледжының " Ялҡын" командаһы дәртләндереү бүләгенә эйә булды", - тиелә яҙмала.