Новости
1 Ноября 2024, 08:00

Стела Һабыр – Үҫәргәндәр ере икәнлеген белдерәсәк

***

Һабыр ауылы ерен төйәк иткән Үҫәргән ырыуының тарихына, тыуған еренә нигеҙ һалған шәхес Һабыр Ҡотлобәков иҫтәлеген мәңгелләштереү маҡсатында һәм Һабыр – Үҫәргәндәр ере икәнлеген белдереүсе стеланы асыу сараһы булып үтте.
Был сарала район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илшат Солтангәрәев, Йылайыр районы Үҫәргәндәр ҡор башы, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы – Илдар Ҡоҙашев, Йылайыр районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Гөлсәсәк Иғдәүләтова, яҙыусы, “Атайсал” гәзите баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаков, ауыл халҡы һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.
Стеланы асыу инициаторҙары булып торған Илдар Ильяс улы Ҡоҙашев Һабыр ауылы һәм Һабыр Ҡотлобәков һәм Үҫәргән ырыуы стелаһы күтәреп ҡуйыу хаҡында ауыл депутаты Салауат
Латиф улы Солтанғужин, ауыл ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Мәүлиҙә Әхмәт ҡыҙы Таһирова сарала ҡатнашыусыларҙы ҡыҫҡаса таныштырҙы.

Тарихи мәғлүмәттәр буйынса Һабыр ауылында өс мәсет булған. Әммә улар бөгөнгө көнгә тиклем килеп етмәгән. Ауыл депутаты Салауат
Латиф улы инициативаһы һәм ауыл халҡының ярҙамы менән борон булған мәсеттәрҙең береһенең нигеҙенә мәсет манараһы макеты ултыртылды.

Сегодня в селе Сабырово, в целях увековечивания памяти, стоявшего у истоков создания рода Усерганов на сабыровской земле Сабыра Кутлубакова, состоялось торжественное открытие стелы. Это значимое событие является данью уважения и памяти к башкирскому роду, который внес весомый вклад в историю нашего региона.
На церемонии приняли участие представители администрации района, члены районного курултая башкир, районного союза мужчин, активные жители села и его выходцы, что подчеркнуло важность этого момента для всей общины.
По историческим данным на селе Сабырово было три мечети. Инициатива местного депутата Салавата Латифовича Султангужина по созданию макета минарета на фундаменте одной из мечетей также заслуживает внимания, так как это помогает сохранять историческую память села. Это пример того, как важно помнить о нашем прошлом и передавать эти ценности следующим поколениям.

Ссылка на фотоальбом: https://vk.com/album-107243764_303165531

Читайте нас