Новости
26 Октября 2024, 15:00

Түбәнге Камала - «Төньяҡ амурҙары»

***

Татарстанда, Түбәнге Кама районының Красный Ключ ҡасабаһындағы «Аҡтай» ат спорты мәктәбендә «Урал» башҡорт милли-мәҙәни автономияһының йәштәр бүлеге ағзалары һәм студенттар өсөн «Рәсәйҙең ат традициялары» исемле интерактив сара үтте.

«Аҡтай» хеҙмәткәрҙәре беҙгә экскурсия ойошторҙо, һәр йылҡы тоҡомоноң үҙенсәлектәре, характеры һәм айырмаһы тураһында һөйләне, һыбай йөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.

Беҙ балаларға башҡорт мәҙәниәте, костюмы, башҡорт атлы уҡсылары тураһында тарихи дәлилдәргә нигеҙләнеп бәйән иттек, улар өсөн традицион уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙек.

Йәштәрҙең милли йолаларға һәм мәҙәниәткә ҙур ҡыҙыҡһыныуы ҡыуандырҙы, - тип яҙа Ғәли Хәсәнов, «Урал» башҡорт милли-мәҙәни автономияһы, Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.

Сара Президент гранттары фонды ярҙамында "Традиция. Патриотизм. Киләсәк" социаль проекты сиктәрендә үткәрелә.

Читайте нас