Новости
26 Октября 2024, 11:00

Балалар ауыҙ-тел ижады менән танышты

***

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының ВК төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, Аҡъярҙың беренсе мәктәбендә 7-се класс уҡыусылары өсөн "Халыҡ сәсәндәр мәктәбе" етәксеһе, халыҡ ижады буйынса район мәҙәниәт йорто методисы Миңзифа Ишемғолова халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән.
 
"Оҫталыҡ дәресендә балалар халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады төрҙәре, "Ҡуныр буға" эпосының дөрөҫ башҡарылышы менән танышты.

 Шулай уҡ балаларға үҙенсәлекле шәхес, «Урал батыр» эпосының күренекле башҡарыусыһы, башҡорт сәсәниәһе, халыҡ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм хикәйәттәрен белгән яҡташыбыҙ Әсмә Мәүләмбирҙе ҡыҙы Усманова хаҡында мәғлүмәт бирелде", - тиелә яҙмала.

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #VIВКБ #ХәйбуллаРайоны #ХайбуллинскийРайон

Читайте нас