Новости
19 Октября 2024, 06:25

Өфөлә Путин халыҡ менән аралашты

Һәм яңы спорт объекттарын маҡтаны.

Өфөлә Путин халыҡ менән аралаштыӨфөлә Путин халыҡ менән аралашты
Өфөлә Путин халыҡ менән аралашты

Рәсәй Президенты Владимир Путин, Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә эш программаһы тамамланғас, өфөләр менән аралашыу өсөн урамға сыҡты. Кешеләр бер-береһен бүлдерә-бүлдерә президентҡа республикалағы ыңғай үҙгәрештәр хаҡында һөйләне һәм яҡындарынан сәләм еткерҙе. РЕН-ТВ телеканалы импровизацияланған осрашыуҙы видеоға төшөргән.

«Рәхмәт һеҙгә! Һеҙҙә шәп социаль объекттар төҙөлгән. Ошондай спорт объекттарын күреү бик ҡыуаныслы», – тине президент.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас