Новости
18 Октября 2024, 08:17

Уларға рух ныҡлығы хас

"Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара спорт форумында махсус хәрби операция яугирҙәре волейбол уйнай.

Уларға рух ныҡлығы хасУларға рух ныҡлығы хас
Уларға рух ныҡлығы хас

Башҡортостан командаһы исеменән Олег Мөфтәхетдинов, Әлмир Үлмәҫҡолов, Максим Корлыханов, Лев Зәйнетдинов, Алексей Хохлов һәм башҡалар ярыша. Тренерҙары - Игорь Сюсин.

Спортсыларыбыҙ араһында махсус хәрби операцияға тиклем дә спорт менән шөғөлләнгәндәр бар. Олег Мөхтәхетдинов, мәҫәлән, биатлон буйынса спорт мастеры.

- Бындай ярыштар беҙгә ныҡ кәрәк. Бер-беребеҙ өсөн янып-көйәбеҙ, аралашабыҙ, танышабыҙ, - ти егеттәр.

Айһылыу Низамова тексы һәм фотоһы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас