Все новости
Новости
16 Октября , 12:46

Үтек. Миләүшә Ҡаһарманова

Бер заман, редакцияла эшләгәндә, билдәле генә артистканан интервью алып ултырһам, апай ҡапыл һикереп торҙо ла, ҡысҡырып ебәрҙе:--Бәрәмәс!!!— ?..--Үтегемде һурманым бит! Һурманым шу... – ашығып барып элмәктәге пальтоһына йәбеште, — Уй, хоҙайым!.. Уй, һыу мейе!.. Уй, вис донъя көл булып күккә осто инде...--Берәй нәмә булһа давно шылтыратырҙар ине. Эшегеҙҙә булһа ла эҙләрҙәр ине. Һеҙҙе, моғайын, беләләр бит инде.--Эйе шул... эйе шул... – тип шыбырлай-шыбырлай, был, сығып сапты. Аллаһыма шөкөр, ярты сәғәт тирәһенән шылтыратты: үтеген һурған булған. Аҙаҡ әллә нисә тапҡыр осрашыуға килештек, тик күрешеү яҙманы.

Үтек. Миләүшә Ҡаһарманова
Үтек. Миләүшә Ҡаһарманова

Шулай уҡ күптәнге заманда, такси менән Сибайҙан Өфөгә сығып барам. Төнгө 2-лә ултыртып алды был, артта оло ғына апай менән ағай. Магнит тәңгәлендәлер, арттағы ағай һүгенеп ебәрмәһенме:
-Яф.....!!!
--Сеү! Ней булды? – тип йоҡо аралаш сәбәләнде ҡатыны.
--Үтекте һурманыҡ!
--Үтеккә теймәнем мин.
--Һин теймәһәң мин тейҙем, инәһенең....! Күлдәгеңде үтекләйем, ҡыҙҙыра ҡуй, тинең бит! Ул күлдәкте шулай кейҙем дә киттем, ә үтек токта тороп ҡалды!
--А-ай, әпсәңдең ...., — тип, апай көйөп китте хәҙер. – Ғүмерҙә тотонмағанына! Как бутта бығаса күлдәк үтекләп кейгән!
--Үҙең әйткәс!
Арттағылар саймасай талашты ла китте. Водитель, йәш кенә ир, аптыранып барып юл ситенә туҡтаны.
--Борол! Кире апҡайт! Түләйем! Вис юлыңа түләйем! – тип ярһый ағай.
--Туҡтағыҙ, — ти, водитель, — Берәйһенә шылтырата алмайһығыҙмы? Балаларығыҙ юҡмы өйҙә? Күршеләр?
--Туҡта-туҡта... күршегә... – апай ашығып телефонына тотона, — Алһа ғына инде... тауышын ябып ятмаһа.
Өсөнсөмө-дүртенсеме шылтыратыуҙан алды күршеһе, асҡыстың ҡайҙалығын аңланы (шәхси йорт булды был), барып... үтек тығылмаған булған.
--Апсығып ташлаһын! Шулай тиген, сығарып кәйелт, тип әйт! — тип телефондан һөйләшкән ҡатыны эргәһендә сәбәләнеп йөрөнө теге ир. Әйтерһең, үтек ғәйепле. Артабан, ултырып киткәс тә, арыуыҡ иреште әле улар, шым ғына тыңлап тик барҙыҡ, сөнки был үтек касафаты үҙебеҙҙе лә ныҡ ҡурҡытҡайны. Әл дә телефон булды...

Өфөгә күскәс, төшкө ашҡа ҡайтып инһәм... диван уртаһында үтек тора. Токтан һурылмаған! Ҡыҙҙарым үтекләгән ерендә ҡалдырған да киткән. Шундуҡ башыма ҡан һикерҙе! Күҙ алдымдан әллә ниндәй ҡурҡыныс күренештәр үтте! Семейный чатҡа яҙам:
--Кемегеҙ үтекте һурманы?! Йәнегеҙҙе алам! Миңә инфакт яһарға булдығыҙмы?
Аҙыраҡ ваҡыттан яуап килә:
--Даже если онотолһа ла, бындай үтектән пожар сыҡмай. Үтек паровой режимда и үҙе һүнә.
--Һүндерәм мин һеҙҙе бөгөн... ҡайтығыҙ әле.

Нимәгә иҫләнем быларҙы? Эшкә сыҡҡан ерҙән... кире елдерҙем. Үтекте һурмаған кеүек булып тик торғас. Әлеге безопасный үтек, но... Һурған булғанмын икән, ауфф... Паранойя

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: