Новости
16 Октября 2024, 11:00

Илдар Абдразаҡовтың яңы тәғәйенләнеше

Өфөлә тыуып үҫкән опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса совет составына инде.

Тейешле документ 15 октябрҙә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Советты Рәсәй президенты Владимир Путин етәкләй. Совет составында шулай уҡ Карен Шахназаров, Владимир Мединский, Владимир Спиваков, Юрий Башмет, Денис Мацуев, Валерий Гергиев һәм башҡа бик күп күренекле ижади шәхестәр бар.

Сығанаҡ

Читайте нас