Новости
8 Октября 2024, 06:14

Күрше ротанан башҡорттар йүгерешеп килгән...

Яуҙа йөрөгән урыҫ милләтле дуҫыма, беҙҙең ауылды ҡара, тип, бер видеояҙма ебәргәйнем.- Видела бы ты, что здесь происходило! - тип шылтырата был күпмелер ваҡыттан.- Нимә булды һуң?- Ялға сыҡҡас һин ебәргән йырҙы телефондан ҡысҡыртып тыңлай башлағайным, ишетеп ҡалып, күрше ротанан башҡорттар йүгерешеп килгән, - ти был. "Был һиндә ҡайҙан?" - тип ҡыҙыҡһыналар. "Мин дә башҡорт бит", - тип шаяртам, тим. "Ҡайҙан ундай исем-шәрифле башҡорт булһын?!" "Ышанмаһағыҙ, ана, ҡыҙҙарҙан һорағыҙ, тип һиңә шылтыратҡайныҡ, алманың".

Күрше ротанан башҡорттар йүгерешеп килгән...Күрше ротанан башҡорттар йүгерешеп килгән...
Күрше ротанан башҡорттар йүгерешеп килгән...

Ысынлап та, эш ваҡытына тура килеп, һөйләшергә бик яйлы түгел ине шул. Ә унда!.. Егеттәребеҙҙең ҡыҫҡа ваҡытлы ялға туҡтаған мәлдәре булған. Телефондан ғына яңғыраған туған моңдарҙы күпме аранан ҡолаҡтары нисек аңғарып тотоп алғандыр ҙа, ял итәһе урынға былар янына атлап түгел, йүгертеп алып килгәндер...

- Улай булғас (башҡорт булғас), әйҙә, бейеп күрһәт!

- Гармунығыҙ ҡайҙа? Бейейем!

"Ул арала гармунын да йүгертеп табып килтерҙеләр, - тип дауам итә дуҫым. - Ҡайҙан алғандарҙыр?.. Үәт бейенек, исмаһам! Былайтып бик күптән, хатта бер ваҡытта ла бейегән юҡ ине.. Аяҡтар ауыртып бөттө. Күрһәң ине, бында нимә булғанын!.. Һабантуй!!! Һинең башҡорттарың - торғаны бөркөттәр! Һуғыша ла, күңел аса ла беләләр".

Башҡорттар тураһында һөйләһә, гел шулай, "һинең"де ҡушып һөйләй ул. Үҙенең ҡул аҫтында ла бер башҡорт егете бар, уны тик маҡтап телгә ала.

... Дуҫым үҙе һөйләй, үҙе көлөп ебәрә, таҡмаҡ әйтеп тә маташа, хистәре, күңеле менән һуғыш яландарын ҡалдырып, ҡыҫҡа ғына ошо бәхетле миҙгелдең ләззәтендә йөҙә... Гүйә, кисә генә һалдаттарын юғалтмаған да, ике көндән йәнә һуғышҡа керәһе түгел... Ә мин, ут эсендә йөрөгән һалдаттарға ошондай булһа ла шатлыҡ бүләк итә алыуыма ҡыуаныстан да, кем өсөндөр ул бейеүҙең һуңғыһы булыуын аңлауҙан да йәнем алҡымға тығылып, тыңлайым да тыңлайым...

- Алло?! Ишетәһеңме? Һинең башҡорттарың...

Автор:Гөлдәр Нуриева
Читайте нас