Новости
8 Октября 2024, 10:40

Башҡортостандың педагогтарына дәүләт наградалары һәм гранттар тапшырылды

8 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең иң яҡшы педагогтарына республиканың дәүләт наградаларын һәм ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусылар конкурсында еңеүселәргә грант ярҙамына сертификаттар тапшырҙы.

Башҡортостандың педагогтарына дәүләт наградалары һәм гранттар тапшырылдыБашҡортостандың педагогтарына дәүләт наградалары һәм гранттар тапшырылды
Башҡортостандың педагогтарына дәүләт наградалары һәм гранттар тапшырылды

Радий Хәбиров сығышының стенограммаһы:

Ҡәҙерле дуҫтар, хөрмәтле коллегалар!

Беҙ һеҙҙе бөгөн Уҡытыусылар көнөнә арналған дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһына йыйҙыҡ. Был йәмғиәтебеҙҙә иң сағыу һәм яратҡан һөнәри байрамдарҙың береһе. Ул ғүмере буйына был изге миссияны намыҫ менән башҡарыусыларҙы берләштерә. Был көн барыбыҙҙы ла, һеҙҙең элекке уҡыусыларығыҙҙы, тулҡынландырғыс мәктәп йылдарын иҫкә төшөрөргә, остаздарыбыҙға тәрән рәхмәт хистәрен белдерергә саҡыра.

Уҡытыусы эше – уникаль һөнәр, уны ижади эҙләнеүһеҙ, ыңғай хис-тойғоларһыҙ һәм такт, педагогик илһам кеүек сифаттарҙан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Йыш ҡына был һөнәрҙе ғүмерлеккә һайлайҙар.

Уҡыусыларыбыҙҙың тормош юлы һәм уңыштары һеҙҙең белемегеҙҙән һәм оҫталығығыҙҙан тора. Арымай-талмай хеҙмәт итеүегеҙ – дәүләт әһәмиәтендәге эш. Тап ул илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың киләсәген билдәләй.

Һуңғы йылдарҙа беҙ уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреү өҫтөндә эшләйбеҙ. Быйыл балалар баҡсаларының йәш уҡытыусыларына грант ярҙамы күрһәтеү буйынса яңы программа эшләй башланы, һәм 50 еңеүсе тәүгә түләүҙәр алды. Гранттар һанын 75-кә тиклем арттырырға ҡарар иттек.

Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәренә һәм уларҙы әҙерләгән педагогтарға түләүҙәрҙе – өс тапҡырға, 300 мең һумға тиклем, ә призерҙарға һәм уларҙың педагогтарына 150 мең һумға тиклем арттырҙыҡ.

БДИ һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйыусы сығарылыш уҡыусыларын әҙерләгән педагогтарға премиялар түләүҙе дауам итәбеҙ. Быйыл бындай уҡытыусылар һаны 118 кешегә артты. Шулай уҡ быйыл беҙҙә 100 баллы эштәрҙең һаны рекордлы күрһәткескә етте – 155 уҡыусы иң юғары балл йыйыуға иреште. Был республикабыҙ мәғариф системаһының дөйөм сифатын яҡшыртыуҙы сағылдырған бик мөһим күрһәткес.

Ҡәҙерле дуҫтар!

Бөгөн был залда юғары үрҙәргә өлгәшкән билдәле уҡытыусылар, сағыу йәш педагогтар, мәктәпкәсә һәм урта һөнәри белем биреү өлкәһендәге иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр йыйылған.

Һеҙҙең арағыҙҙа шулай уҡ был изге һөнәргә тотош ғүмерен бағышлаған хөрмәтле ветерандарыбыҙ ҙа бар. Бер нисә исемгә туҡталып үтәм.

Ирина Андреевна Фирсова 43 йыл дауамында Дәүләкән районының 5-се гимназияһында биологиянан белем бирә. Уның уҡыусылары биология һәм экология буйынса төплө белемгә эйә һәм йыл һайын БДИ йомғаҡтары буйынса юғары һөҙөмтәләр күрһәтә.

Баҡалы ауылы 1-се мәктәбенең һынлы сәнғәт һәм технология уҡытыусыһы Дамир Фаат улы Хәзиев 39 йыллыҡ педагогик стажға эйә. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында шулай уҡ предмет олимпиадалары һәм конкурстары еңеүселәре, призёрҙары бар.

Уҡытыусы һөнәренә 40 йылға яҡын тоғро Азат Мәсәлим улы Вәлиев Бүздәк ауылының 1-се мәктәбендә бөгөн иң мөһим предметтарҙың береһе булған тарих фәненән белем бирә. Азат Мәсәлим улының  уҡыусылары Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабында еңеү яулай, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша.

Наталья Викторовна Лотфуллина 34 йыл Мишкә ауылының Флорид Бүләков исемендәге 1-се лицейында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Ошо осорҙа уның 49 уҡыусыһы мәктәпте миҙалға тамамлаған. Наталья Викторовнаның уҡыусылары шулай уҡ шулай уҡ Берҙәм дәүләт имтиханында юғары күрһәткестәргә ирешә, әҙәбиәт буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаларында еңеү яулай.

Ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ!

Һеҙҙе йәнә бер тапҡыр Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө һәм яҡынлашып килгән Республика көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым! Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, сабырлығығыҙ һәм балаларға ҡарата ихлас һөйөүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия, илһам, рәхмәтле уҡыусылар һәм яңы һөнәри ҡаҙаныштар теләйем.

(Бүләкләү тантанаһы. Бүләкләнеүселәр исемлеге.)

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2019 йылдың июлендә Радий Хәбиров йәш, перспективалы ауыл педагогтарына ярҙам маҡсатында 600 мең һумлыҡ йыл һайын тапшырыла торған 100 грант булдырҙы. 2024 йылда гранттар күләме 690 мең һумға тиклем арттырылды, уларға 30 кеше лайыҡ булды.

Автор:
Читайте нас