«Бөгөн, 7 октябрҙә, Президентыбыҙ Владимир Путин тыуған көнөн билдәләй, — тине Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә. — Беҙ барыбыҙ ҙа уға ныҡлы һаулыҡ, ныҡлыҡ теләйбеҙ. Илебеҙҙә шундай президент булғаны өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙ уға терәк булыу өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Дәүләт башлығын тыуған көнө менән тәбрикләйбеҙ».