Уға ярашлы, ғаилә һәм балалар тәрбиәләү институтын нығытыуҙағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостандан Фаягөл Фаил ҡыҙы Абдуллина «Герой-Әсә» исеменә лайыҡ булды.
Иҡтисад һәм финанс өлкәһендәге ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Лилиә Фәрит ҡыҙы Зәйнуллинаға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы» тигән маҡтаулы исем бирелде.