Новости
4 Октября 2024, 04:45

Башҡортостандың элекке транспорт министры үҙ ғәйебен таныны

***

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандың элекке транспорт министры үҙ ғәйебен таныныБашҡортостандың элекке транспорт министры үҙ ғәйебен таныны
Башҡортостандың элекке транспорт министры үҙ ғәйебен таныны

Башҡортостандың элекке транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов судҡа тиклемге килешеү төҙөнө һәм икенсе фигурант тураһында мәғлүмәттәр бирҙе. Был хаҡта судтағы тәфтишсегә һылтанма менән РИА Новости телеграм-каналында хәбәр ителә. Май айында ҡулға алынған экс-чиновник ришүәт алыуҙа ғәйебен таныны, тиелә унда.

Тәүтикшереү барышында Александр Клебановтың транспорт һәм юл хужалығы министры, «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ағзаһы булған ваҡытта «Киви» йәмғиәте етәкселегенән дөйөм ҡурсалау өсөн 5 миллион һум ришүәт алыуы асыҡланды. Элекке чиновник 7 октябргә тиклем өйҙә һаҡ аҫтында ултыра.

Автор:Айбулат Ишназаров