Новости
18 Сентября 2024, 06:30

Дим буйы гөрләп торҙо

14 сентябрҙә йәмле Дим буйында урынлашҡан Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылында Ҡырҡөйлө мең ырыуы башҡорттарының йыйыны гөрләп уҙҙы.

Дим буйы гөрләп торҙоДим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо

Саҡырылған мәртәбәле ҡунаҡтар, күрше Әлшәй, Шишмә, Буздяк, Миәкә, Ауырғазы райондарынан, Өфө ҡалаһынан, урындағы ауыл халҡы байрам майҙанына дәррәү йыйылдылар. Тирмәләр байрамса ҡоролған, ҡаҙандарҙа ит бешеп, самауырҙар ҡайнап ултыра. Саҡырылған ҡунаҡтарҙы яҡын тирәләге ауыл биләмәләре аҫалы балаҫтар менән биҙәлгән тирмәләр ҡороп, табын әҙерләп, икмәк-тоҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы алдылар, һыйланылар.

Иң ҙур ырыуҙарҙың береһе Мең ырыуына арналған, республика кимәлендә уҙғарылған был сараға ойоштороусылар бик төплө әҙерләнгән. Тәбиғәт тә был көндө үҙе һайлап ҡуйғандыр! Ҡояш йылылығын,сағыулығын йәлләмәй генә ҡор үтәһе аҡланды йылытты. 

Ат сабышы менән башланып китте йыйын. Ниндәй генә конкурс юҡ бында: көрәш, “Алпамыша”, уҡтан атыу, тир, ҡул көрәше (армрестлинг), балалар өсөн төрлө ярыштар бер яҡта барһа, икенсе яҡта район командалары мини-футбол, волейбол уйындарында көс һынашты. Бер яҡ ситтәрәк балаларҙы атта һыбайлы ла, матур итеп биҙәлгән арбала ла йөрөтәләр ине. Ә сәхнәлә йыр-бейеү, сәсәнлек ярыштары, “Мең ырыуы һылыуы – “Сәлимә” конкурсы, ырыуҙың әүҙем кешеләрен бүләкләүҙәр барҙы. Һәр райондан сәнғәт оҫталары матур сығыштарын бүләккә алып килгән. Олораҡ йәштәгеләр концерт ҡарап, рәхәтләнеп ял итеп ултырҙы.

Һәр теләгән кешегә ГТО нормативын тапшырып, үҙҙәрен һынап ҡарараға мөмкин ине. Бының өсөн махсус ойошторолған майҙансыҡ булды. Яҡшы һөҙөмтә күрһәткәндәргә шунда уҡ сертификат та тапшыралар.

“Ватан һаҡсылары” (“Защитники Отечества”) фондының филиалы ла айырым тирмә ҡорған. Бында кемдер һалдатҡа хат яҙып ҡалдыра ала, кемдер селтәр үрә.

Айырым яҡта тағы бер бәләкәйерәк сәхнә булды. Бында “Беренселәр ғаиләләре” Ҙур ғаилә уйындары (Большие семейные игры “Семьи Первых”) ярышы муниципаль этабының финалы уҙҙы. Унда Ғәниевтәр ғаиләһе еңеүсе тип табылды. Улар “Патриот” паркында уҙасаҡ республика этабында Дәүләкән районынан сығыш яһаясаҡ.

Дим буйлап теҙелеп киткән тирмәләрҙә биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәләре булды. Бер тирмәлә баяндар, гармундар күргәҙмәһе ойошторолған ине. Теләге булған, уйнай белгән кешеләр килеп гармунда уйнап, күңеле тулып йырлап алды.  

Шишмә районынан “Гөлнәзирә” башҡорт халыҡ фольклор төркөмөнөң етәксеһе Вәсилә Әхмәтйәнова һәм Иҫке Яппар ауылында йәшәүсе Рәмилә Зарипова класташтар. Улар был йыйында осрашып ҡыуанышты. “Тәмле аштар, хуш еҫле сәйҙәр, йыр-бейеү, уйын-көлкө менән һуғарылған был оло байрам һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер. Байрамды ойоштороусыларға, әҙерләп үткәреүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Мең ырыуының ҡотон, данын арттырып, Ҡәнзәфәр бейҙең вариҫтарына тоғро булып, телебеҙҙең ҡәҙерен белеп бергә йәшәйек, ырыуҙаштар!” – тине улар был байрамдан бик ҡәнәғәт булып.

Меңлеләр күрһәткән концерт, ярыштар, уйын-көлкө, осрашыуҙар, тәмле һүҙ, яҡты йөҙ, бүләктәр, тәбиғәттең илаһилығы, байрамдың ихласлығы һәр меңленең күңелендә мәңгелек матур иҫтәлек булып һаҡланыр, тип уйлайым.

Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Дим буйы гөрләп торҙо
Автор:Регина Шафикова  
Читайте нас