Ошо аяҙ көндәрҙә Исламбай егеттәре Фәймә һәм Ғәле Әҙелбаевтар ғаиләһенә утын, бесән әҙерләп биргән. Ғәзинур, Фәһим, Айбулат Мырҙағоловтар, Ғәзиз Ғәйнуллин, Әүбәкер Бирҙеғолов, Аврар Вәлиев, аталы-уллы Зәйнулла һәм Ғәйзулла Йомағужиндар үҙ техникалары менән бесәнде сабып, йыйып, ташып биргән. Утын әҙерләп ташыуҙа ла бик күп ир-егеттәр ярҙам иткән. Изге эшкә үҙ өлөшөн индергән ир-егеттәргә афарин! Яугирҙарыбыҙҙың имен-һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын, йорт-илдең тыныс булыуын теләйбеҙ!