Новости
17 Сентября 2024, 10:00

Өфөлә БДБ илдәренең XVII ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумы уҙа

Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә ҡатнашыусы илдәрҙең ижади һәм ғилми интеллигенцияһы форумында Белоруссия, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан, Азербайжан һәм Тажикстан вәкилдәре ҡатнаша.

Быға тиклем форум берләшмә илдәренең баш ҡалаларында үткәрелеп килгән һәм Мәскәүҙә өс тапҡыр уҙғарылған. Быйыл иһә ул тәүге тапҡыр Өфөлә уҙа. 

– Беҙҙе мәҙәни һәм рухи оҡшашлыҡтар күп, улар беҙҙе берләштерә. Форум беҙгә тиклем килеп еткән уртаҡ мәҙәниәтте үҫтереүгә, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлауға, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров форумды асыу тантанаһында.   

Форумдың төп темаһы – "Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе: мәҙәниәттәрҙең дөйөм ҡиммәттәре һәм төрлөлөгө". Унда БДБ илдәренең 200-ҙән ашыу вәкиле ҡатнаша. Фән, мәғариф һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү буйынса фекер алышасаҡ. Форум барышында БДБ илдәренең гуманитар берләшмәләре етәкселәренең осрашыуы, кинематографистарҙың, юғары уҡыу йорттары етәкселәренең, инклюзив проекттарҙы ойоштороу буйынса белгестәрҙең түңәрәк өҫтәлдәре үтә. Осрашыуарҙың береһе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршылауға арнала.

Автор фотоһы.

Автор:Раиля Галеева
Читайте нас