Новости
12 Сентября 2024, 06:39

Силәбе өлкәһендә "Аҡ ҡауырһын" әҙәби берекмәһенең ултырышы уҙҙы

11 сентябрҙә Магнит ҡалаһының Борис Ручьёв исемендәге китапханала "Аҡ ҡауырһын" әҙәби берекмәһе йәйге каникулдарҙан һуң ултырыш уҙғарҙы.

Силәбе өлкәһендә "Аҡ ҡауырһын" әҙәби берекмәһенең ултырышы уҙҙыСиләбе өлкәһендә "Аҡ ҡауырһын" әҙәби берекмәһенең ултырышы уҙҙы
Силәбе өлкәһендә "Аҡ ҡауырһын" әҙәби берекмәһенең ултырышы уҙҙы

Унда Медиа үҙәк мөдире Резида Ғайсина, әҙәби берекмә етәксеһе Сәфинә Хәкимова, шағирәләр - Нәзилә Аҫылбаева, Рәйлә Хисмәтуллина һәм Йәмилә Хисмәтова ҡатнашты. 2025 йылға эш пландары ҡаралды һәм көн ҡаҙағына берекмәнең ун йыллыҡ юбилей датаһын билдәләү мәсьәләһе ҡуйылды. Аяҡар юлдан, ҡулдар эштән һәм күңел йырҙан айырылмаһын, дуҫтар!

Ҡамса Мортазин

Автор:
Читайте нас