Новости
8 Сентября 2024, 12:15

Йырлай-йырлай йәшәй, йырлай-йырлай һайлай

Йылайыр ауылында йәшәүсе Ҡашҡаров Нәжип ағай район кимәлендәге йыр конкурстарында гына түгел, һайлауҙарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Бөгөн дә ул үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгәндән һуң моңло итеп башҡорт халыҡ йыры “Буранбайҙы” йырлап ишеттерҙе.

– Беҙ бөгөн киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ, - ти ул һәм халыҡты һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашырға саҡыра. #Выборы2024 #Һайлау2024 #выбираемГлаву #Башкортостан #Зилаирскийрайон #Йылайыррайоны

Автор:
Читайте нас