Новости
8 Сентября 2024, 08:39

Яңы Яуыштар әүҙем

Мәсетле районының Яңы Яуыш ауылының Мәҙәниәт йорто ошо көндәрҙә шау-гөр килеп торҙо. Бында 2626-сы Һайлау участкаһы урынлашҡан.

Яңы Яуыштар әүҙемЯңы Яуыштар әүҙем
Яңы Яуыштар әүҙем

 

«Беҙҙә бик әүҙем позициялы халыҡ йәшәй, – ти ауыл ағинәйе Рушания Дәүләтшина. – Һайлау көндәрендә Уңыш байрамы уҙғарҙыҡ. Ауыл халҡы үҙҙәре үҫтергән, етештергән әйберҙәрҙе һатыуға сығарып, йәрминкә ойошторҙо. Таҙа экологик, натураль продкуттарҙы, уңған хужабикәләр бешергән тәмлекәстәрҙе бик теләп һатып алдылар. Беҙҙең Мәҙәниәт йорто гел шулай гөрләп тора. Эшебеҙ республика кимәлендә лә баһалау таба. Мәҫәлән, Гөлфирә Хәлилова етәкләгән «Үрнәк» фольклор ансамбленә халыҡ исеме бирелде».

Әйткәндәй, Һайлау комиссияһы ағзалары өс көн дауамында гражданлыҡ бурысын үтәргә килгән халыҡты төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының сағыу мили кейемендә ҡаршы алып, байрам кәйефен тыуҙырҙы.

 

#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан

#алгавсейсемьей #всейсемьей02 #алгавсейсемьейагентствопечати

Яңы Яуыштар әүҙем
Яңы Яуыштар әүҙем
Яңы Яуыштар әүҙем
Яңы Яуыштар әүҙем
Яңы Яуыштар әүҙем
Автор:Зөлфиә Ханнанова.
Читайте нас