Новости
8 Сентября 2024, 08:44

Һайлауға - милли кейемдә

Учалы районы Сорман ауылында урынлашҡан 3091-се Һайлау участкаһында тауыш биреүҙәр дауам итә.

Һайлауға - милли кейемдәҺайлауға - милли кейемдә
Һайлауға - милли кейемдә

 Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, бай тарихын, милли йолаларын тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнашҡан матур күңелле кешеләр йәшәй бында. Мәҫәлән, БР Мәғариф алдынғыһы, Сораман ауылындағы «Тиләү ырыуы» музейы хеҙмәткәре, ветеран-уҡытыусы Зөбәйҙә Ҡәләмова ауыл тарихы буйынса бай йөкмәткеле китап яҙған, оҙаҡ йылдар колхозда иҡтисадсы булып эшләүсе Рәмилә Ямалова бөгөн «Ағинәйҙәр» ойошмаһын етәкләй. 

Үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәргә әхирәттәр инде онотолоп барған ҡорама милли кейемдәр кейеп барған. Уларҙы ҡул оҫтаһы Хөснә Динисламова тегеп биргән.

 «Ҡорама әйберҙәр элек киң ҡулланылышта булған. Бындай кейем күз тейеүҙән, насар энергетика тәьҫиренән һаҡлай. Ҡупшы булғас, кәйефте лә күтәрә», – ти ағинәйҙәр.

 

#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан

#алгавсейсемьей #всейсемьей02 #алгавсейсемьейагентствопечати

 
Һайлауға - милли кейемдә
Һайлауға - милли кейемдә
Һайлауға - милли кейемдә
Автор:Зөлфиә Ханнанова
Читайте нас