Новости
7 Сентября 2024, 08:58

Эксперттар һайлау барышы хаҡында фекер белдерә

“Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024”Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эксперттар һайлау барышы, уны ойоштороу кимәле хаҡында үҙ фекерҙәрен белдерә, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирә.

Эксперттар һайлау барышы хаҡында фекер белдерәЭксперттар һайлау барышы хаҡында фекер белдерә
Эксперттар һайлау барышы хаҡында фекер белдерә

Политолог Тимур Вәлитов әйтеүенсә, һайлауҙарҙың беренсе көнө республика халҡының әүҙемлеген күрһәтте. “Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, беренсе көндә Балтас районында һайлаусыларҙың 47,23 %, Салауат районында 46,15%, Ейәнсура районында 45,95% һайлаусы үҙ тауышын биреп өлгөргән. Күмертау һәм Ағиҙел ҡалаларында был проценттың юғары булыуы көтөлмәгән хәл булды, тип әйтергә була, сөнки ғәҙәттә ҙур ҡалааллар әүҙемлек күрһәтә тигән фекер булды. Һайлауҙарҙың өс көн дауам итеүе лә ыңғай йоғонто яһай. Халыҡтың һайлауҙарға ышанысын ҡаҡшатыу өсөн төрлө фейктар, йәғни ялған мәғлүмәттәр уйлап табып таратыуҙар бар. Әммә хәҙерге заманда кешеләр аҡты ҡаранан айыра белә», - тине ул.

Тарих фәндәре кандидаты Ильфат Сәмситдинов әйтеүенсә, социологтарҙың һуңғы тикшеренеүҙәре буйына, халыҡтың сәйәси мәҙәниәте үҫеүе күҙәтелә. “Махсус хәрби операция халыҡты берләштерҙе”, - тине Илфат Зәки улы.

 

Эксперттар һайлау барышы хаҡында фекер белдерә
Эксперттар һайлау барышы хаҡында фекер белдерә
Автор:Миляуша Мухаметьянова
Читайте нас