Новости
7 Сентября 2024, 15:00

Һайлауҙың икенсе көнө лә тамам

Һайлауҙың 2-се көнө лә тамам.

20.00 сәғәттә һайлау участкалары ябылды. Һайлаусыларға өс көн ваҡыт бүленеүе бик уңайлы. Кешеләр ашыҡмай, буш ваҡыттарына ҡарап һайлау мөмкинлеге бар. Кемдәр һайлап өлгөрмәгән, иртәгә, 8 сентябрь, һайлай ала. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, тауыш биреү 8 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Урындағы ваҡыт буйынса 8.00-дән 20.00-гә тиклем кандидаттарҙың береһенә үҙ тауышы менән ярҙам итергә мөмкин. Процессты бр Үҙәк һайлау Комиссияһы, 69 территориаль һәм 3302 участка комиссияһы, шулай уҡ СӘЙӘСИ партиялар, йәмәғәт ойошмалары һәм һайлаусылар йыйылыштары тәғәйенләгән 28 меңдән ашыу ҺАЙЛАУ КОМИССИЯҺЫ ағзаһы ойоштора.

Автор:Наиля Насырова
Читайте нас