Һайлау участкаларына килгән һәр кешегә “Рәхмәт” акцияһы беләҙектәре бирелә.
Бүләк фонды бай: квадроциклдар, мотоциклдар, велосипедтар, электр самокаттары, көнкүреш һәм офис техникаһы бар.Йәкшәмбелә "Приздар төнө" акцияһы тәүгә үткәрелә, унда 130-ҙан ашыу бүләк бар. 13 сентябрҙә иһә бөтә теркәлгән билет "Ҙур рәхмәт" суперприз отошонда ҡатнаша ала. Ул БСТ каналында була. Бүләктәр араһында - машиналар, Сочиға, Башҡортостандың шифаханаларына юллама, өс фатир. Әйткәндәй, фатирҙарҙы проекттың төп партнеры Өфө ҡалаһының "Инвестиция-төҙөлөш комитеты" тапшыра.