Новости
6 Сентября 2024, 06:10

Юлдаш Йосопов: "Башҡортостан халҡы элек-электән әүҙем"

Өфөләге Йәмәғәт матбуғат үҙәгенә журналистар менән осрашыуға политолог, тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов килде.

Юлдаш Йосопов: "Башҡортостан халҡы элек-электән әүҙем"Юлдаш Йосопов: "Башҡортостан халҡы элек-электән әүҙем"
Юлдаш Йосопов: "Башҡортостан халҡы элек-электән әүҙем"

 

– Башҡортостан халҡы элек-электән һайлауҙарҙа әүҙемлек күрһәтә. Тарихсы булараҡ, шуны әйтә алам: халҡыбыҙ һәр осорҙа ла илебеҙҙәге хәл-ваҡиғаларға үҙ ҡарашын белдерә, битарафлыҡтан азат. Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуын хәтергә төшөрәйек: был мөһим процесс халҡыбыҙҙың сәйәси яҡтан өлгөргәнлеген, алдан күҙаллай белеүен асыҡ күрһәтте, – тип белдерҙе Юлдаш Мөхәмәт улы. – Ауыл халҡы иһә иһә совет заманынан уҡ һайлауға дәррәү йөрөй, ҙур ойошҡанлыҡ күрһәтә. Бөгөн үҙем дә иртән иртүк гражданлыҡ бурысымды үтәнем.

Юлдаш Мөхәмәт улы әйтеүенсә, Башҡортостандан ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙ ҙа республикалағы хәл-ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмай.

– Сит өлкәләрҙәге яҡташтарыбыҙ беҙгә йыш мөрәжәғәт итә, улар менән һәр саҡ бәйләнештәбеҙ. Милләттәштәребеҙҙең үҙҙәрен билдәләргә, күрһәтергә теләүҙәре – шатлыҡлы күренеш. Беҙ уларға социаль эшмәкәрлектәрен селтәрҙәрҙә яҡтыртырға кәңәш итәбеҙ, был – халҡыбыҙҙың берҙәм, әүҙем, алдынғы ҡарашлы икәнен күрһәтеүҙең шәп ысулы.

Автор:Раиля Галеева
Читайте нас