Новости
6 Сентября 2024, 08:40

Яуаплы ҡарайҙар

Бөгөн һайлау участкаларының беренсе эш көнө. Әйткәндәй, быйыл һайлау 3 көн дауам итәсәк. Дәүләкән районы Иҫке Яппар һәм Яңы Яппар ауылдары халҡы ла был мөһим саранан тороп ҡалырға теләмәй, үҙ тауышын бирергә ашыға.

Яуаплы ҡарайҙарЯуаплы ҡарайҙар
Яуаплы ҡарайҙар

Яңы Яппарҙағы һайлау участкаһы асылыр-асылмаҫ иң беренселәрҙән булып Ғәлимов Камил килгән.

Ғөмүмән ауыл халҡы, эш күп булыуға ҡарамаҫтан, байрамса матур кейенеп һайлауға ашыҡты. Алда әле тағы һайлауҙың ике көнө бар, ә шулай ҙа күбеһе бөгөн килгән. Оло йәштәгеләр ҙә бик әүҙем. “Яңы Яппар ауылы халҡы элек-электән бик тырыш, эшһөйәр, яуаплы булыуы менән билдәле. Был ауылда 3 фермер хужалығы бар. Улар ауылды күтәреп, төрлө район кимәлендәге сараларҙа бағымсы булып торалар. Нигматуллиндар күп йылдар инде үҙҙәренең сифатлы ҡымыҙҙары менән бөтә республикала дан тота. Әле яңыраҡ Баймаҡ районында үткән “Ҡымыҙфест”та ҡатнашып, иң өлкән һәм ҙур тәжрибәле ҡымыҙ етештереүсе исемен биргәндәр”, – ти 1735-се һайлау участкаһы рәйесе Таһирова Гөлсимә Әсхәт ҡыҙы.

 

#алгавсейсемьей
#всейсемьей02
#Давлекановскийрайон
#Новояппаровское#Бергэ

Яуаплы ҡарайҙар
Яуаплы ҡарайҙар
Яуаплы ҡарайҙар
Яуаплы ҡарайҙар
Яуаплы ҡарайҙар
Яуаплы ҡарайҙар
Автор:Регина Шафикова  
Читайте нас