Әйткәндәй, улар Салауат районы Комсомол ауылында йәшәй. Ире Красноусолда эшләү сәбәпле, улар бергә һайлау теләге менән, алдан уҡ «Госуслуги» аша ғариза бирәләр. Беренсе тапҡыр был портал аша һайлауға ғариза биргәс, әҙерәк борсола ла Гөлдәр. Әммә бөтәһе лә ыңғай була. «Бигерәк уңайлы һәм тиҙ икән «Госуслуги» аша ғариза биреп һайлау участогын алмаштырыу. Бер ауырлығы ла юҡ. Ирем менән бергә һайлауға шатмын»,-ти ул. Иртән иртүк 1670-се һайлау участогында үҙ тауыштарын бирәләр. Шулай итеп, был ғаилә һайлауҙа ла бергә. Афариндар!
#ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан
#алгавсейсемьей #всейсемьей02 #алгавсейсемьейагентствопечати