Алгиз Ғәлинға – 48 йәш, тиҫтә йылдар ауылда почтальон булып эшләй. Эшенә яуаплы ҡараған уҙаман өй-ҡаралтыларын да, халыҡ әйтмешләй, ялтыратып тота.
Бөгөн дә ул һайлау участкаһы асылыуға биш минут ҡалғанда ишек төбөндә тора.Үҙенең һайлау бурысын үтәп, бүләген алып, ҡыуанып ҡайтып китә.