Ул 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем барҙы. Беренсе көн ығы-зығыһыҙ матур ғына үтеп китте. Кешеләр әүҙем тауыш бирергә килделәр. Иртәгә, 7 сентябрь, һайлауҙың 2-се көнө була. Ғәҙәттәгесә, оло йәштәгеләр, инвалидтар, ауыр сирле кешеләр, уларҙы ҡараусылар һәм башҡа сәбәптәре булған кешеләр өйҙә тауыш бирә ала. Бының өсөн участка һайлау комиссияһына уның эшләгән көндәрендә, шул иҫәптән тауыш биреү көнөндә 14.00 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, берҙәм тауыш биреү көнөндә республика халҡы төбәк Башлығынан тыш 54-се Өфө бер мандатлы округы буйынса БР Дәүләт Йыйылышы депутатын һайлаясаҡ һәм урындағы үҙидара органдарына 216 һайлау кампанияһында ҡатнашасаҡ. Һайлау кампанияһы осоронда ҡыҙыу линия телефоны эшләй: 8-800-347-54-54. Шуны билдәләп үтәйек, Башҡортостан һайлаусылары араһында «Рәхмәт» акцияһы сиктәрендә 330-ҙан ашыу ҡиммәтле бүләк, шул иҫәптән фатирҙар, автомобилдәр һәм шифаханаларға путевкалар уйнатыла.