Новости
6 Сентября 2024, 11:30

Һайлау участкаларынан күҙәтеүселәр хәбәр итә

“Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024”Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә республиканың төрлө һайлау участкаларында эшләгән блогер-күҙәтеүселәр тура бәйләнешкә сыҡты.

Һайлау участкаларынан күҙәтеүселәр хәбәр итәҺайлау участкаларынан күҙәтеүселәр хәбәр итә
Һайлау участкаларынан күҙәтеүселәр хәбәр итә

Бүздәк районының 1533-сө һайлау участкаһынан Эльвира Деникеева хәбәр итеүенсә, участок асылыу менән кешеләр дәррәү килә башлаған, ә иң беренсе булып тауыш биреүсегә бүләк тапшырылған. Мәләүез районындағы 3473-сө участканан  Аэлита Әхтәмова төшкә тиклем 12 процент тирәһе һайлаусы үҙ тауыштарын биреп өлгөрөүе хаҡында хәбәр итте. Өфөнөң Дим районында урынлашҡан  23-сө һайлау участкаһында күҙәтеүсе булып эшләгән Ләйсән Бикташева иң тәүгеләрҙән булып оло йәштәгеләрҙең тауыш бирергә ашығыуын билдәләп үтте.Алина Юлдашбаева Өфөлә урынлашҡан 148-се һайлау участкаһында 15-16 процент һайлаусыларҙың гражданлыҡ бурыстарын үтәүе хаҡында әйтеп үтте.

Автор:Миляуша Мухаметьянова
Читайте нас