Новости
5 Сентября 2024, 09:48

Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһы башлана

Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһы башлана. Акция сиктәрендә 6, 7 һәм 8 сентябрҙә һайлау участкаларына килеүселәр приздар уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн QR-билеттар аласаҡ.

Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһы башланаБашҡортостанда «Рәхмәт» акцияһы башлана
Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһы башлана


Ғаиләнең һәр ағзаһына, шул иҫәптән балаларға, QR-билет бирелә. 8 символдан торған уникаль кодты рахмат102.рф сайтында теркәргә кәрәк.

 Акцияла ҡатнашыусылар ҡиммәтле бүләктәр - квадроциклдар, мотоциклдар, һыу мотоциклдары, велосипедтар, электр самокаттары, шулай уҡ көнкүреш һәм офис техникаһы, телевизорҙар, ноутбуктар, планшеттар, телефондар, саң һурҙырғыс роботтар h.б. ота ала.

Бүләктәр уйнатыу көнөнә ике тапҡыр үткәрелә. 6 сентябрҙә - 14:00 сәғәттә һәм 20:00 сәғәттә, 7 сентябрҙә - 14:00 сәғәттә һәм 20:00 сәғәттә, 8 сентябрҙә - 14: 00 сәғәттә. Йәкшәмбе, 8 сентябрҙә, «Приздар төнө» уҙғарыла.

Һөҙөмтәләр рахмат102.рф сайтында баҫыла.Еңеүселәр иғлан ителгәндән һуң ирекмәндәр улар менән телефон аша бәйләнешкә инәсәк.

13 сентябрҙә бөтә теркәлгән билеттар ҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа үтәсәк «Зур Рәхмәт» суперприздар уйнатыуында ҡатнаша. Бүләктәр араһында - фатирҙар, автомобилдәр, Сочиға сәйәхәт, Башҡортостан шифаханаларына һәм ял йорттарына путевкалар.

QR-билеттарҙы 30 сентябргә тиклем һаҡларға кәрәк, шул саҡта ғына призға хоҡуғығыҙҙы юғалтмаясаҡһығыҙ.

Автор:Раиля Галеева
Читайте нас