Финанс ярҙам, шул иҫәптән уны федераль һәм төбәк ярҙам саралары сиктәрендә алыу, ауылда хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереүҙә мөһим фактор булып тора. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда аграрийҙар 12 мең баштан ашыу мал, алты мең баш ҡош-ҡорт, ике мең бал ҡорто ғаиләһе, өс меңдән ашыу төрлө ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алған. Был хужалыҡтарҙың тотороҡло үҫешен, шулай уҡ үҫемлекселек һәм малсылыҡ продукцияһын етештереүҙең яҡшы динамикаһын тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
– Республикала 8,4 меңдән ашыу фермер хужалығы иҫәпләнә, улар йыл һайын тулайым ауыл хужалығы продукцияһының 15 процентын етештерә, – тип билдәләне Илшат Фәзрахманов. – 2023 йылда фермер хужалыҡтары республика ауыл хужалығы продукцияһының дөйөм күләменән игендең һәм көнбағыштың өстән бер өлөшөн, шәкәр сөгөлдөрөнөң биштән бер өлөшөн, шулай уҡ ун процент самаһы ит һәм һөт етештергән.
2024 йылда хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларына ярҙам итеү программаларын тормошҡа ашырыуға 422 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Шуларҙың 300 миллион һумға яҡыны «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү» милли проектының «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау» төбәк проектын тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк.
Эштең яңы йүнәлештәре иҫәбендә вице-премьер агротуризмға ярҙам итеүгә туҡталды. Быйыл уны үҫтереүгә 60 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. 2024 йылда туризмдың был йүнәлешендә 16 мең кеше көтөлә, ә 2025 йылда туристар ағымы ике тапҡырға артырға тейеш.
Ауыл хужалығы кооперацияһы тотороҡло үҫеш динамикаһын күрһәтә. Был йүнәлеш буйынса Башҡортостан Рәсәй лидерҙары иҫәбенә инә. Мәҫәлән, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары һаны биш йыл эсендә – 1,3 тапҡырға, ә пайсылар һаны ике тапҡырға артҡан.
Республикала барлығы 445 ауыл хужалығы кооперативы эшләй, шуларҙың 259-ы ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү менән шөғөлләнә. Улар эшкәрткән сеймал күләме 110 мең тоннаға етә. Әҙер тауарҙарҙы федераль һәм төбәк селтәрҙәренең 2,5 меңдән ашыу сауҙа нөктәһендә, шулай уҡ яҡын урынлашҡан кибеттәрҙә һаталар.
Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙе үҫтереү тураһында айырым сығыш әҙерләргә ҡушты.
– Әлегә был йәһәттән билдәләнгән бурыстарҙы үтәмәйбеҙ. Шуға күрә тағы ниҙәр эшләй алыуыбыҙҙы тикшереү мөһим, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.
***
Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ урып-йыйыу эштәре барышын тикшерҙеләр. 12 авгусҡа аграрийҙар 350 мең тонна самаһы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйып алған. Өс лидер иҫәбендә – Стәрлетамаҡ, Ауырғазы һәм Дәүләкән райондары. Хужалыҡтар шулай уҡ ужым культураларын йыйыу һәм мал аҙығы әҙерләү эштәрен дауам итә.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – төбәктең ауыл хужалығы министры билдәләүенсә, тупраҡтың артыҡ дымлылығы арҡаһында был аҙнала ғәҙәттән тыш хәл тураһында документтар әҙерләргә ниәтләйҙәр. Был агрокредиттарҙы оҙайтыу, льготалы лизинг һәм страховка компаниялары менән эшләү өсөн кәрәк.
Башҡортостан Башлығы ауыл халҡына урып-йыйыу кампанияһын уңышлы тамамлауҙарын теләне.
– Хәлде әлегә киҫкен тип тапмайбыҙ. Ғәҙәттән тыш хәл иғлан итәбеҙ, әммә барыһы ла яҡшы булырына ышанабыҙ, – тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров.
Источник:https://glavarb.ru/bash/press_serv/novosti/181782.html