Новости
2 Августа 2024, 13:47

#элек_хәҙер_Башҡортостан рубрикаһында – Учалылағы 9-сы полилингваль күп профилле мәктәбе

«Мәғариф» милли проекты һәм «Заманса мәктәп» төбәк проекты сиктәрендә төҙөлгән яңы белем усағы үҙ ишектәрен 2023 йылдың 1 сентябрендә асты. 1 225 урынлыҡ мәктәп беренсе уҡыу йылында 568 тәүге уҡыусыһын ҡабул иткән.

#элек_хәҙер_Башҡортостан рубрикаһында – Учалылағы 9-сы полилингваль күп профилле мәктәбе#элек_хәҙер_Башҡортостан рубрикаһында – Учалылағы 9-сы полилингваль күп профилле мәктәбе
#элек_хәҙер_Башҡортостан рубрикаһында – Учалылағы 9-сы полилингваль күп профилле мәктәбе
Полилингваль мәктәп лингафон кабинеттары, техник дисциплиналарҙы уҡытыу өсөн лаборатория ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Шулай уҡ бында иркен китапхана, 450 урынлыҡ тамаша залы эшләй.
 
⚽ Физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн ике спорт залы, волейбол һәм баскетбол майҙансыҡтары, футбол майҙаны, йүгереү юлы бар. Ә медицина блогы табип бүлмәһенән, процедура, прививка яһау һәм стоматология кабинеттарынан тора.
 
Мәктәптә хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн дә тейешле шарттар булдырылған: ингән ерҙәге баҫҡыстар пандустар менән йыһазландырылған, ә бинаның үҙендә лифт эшләй. 
 
✅ Яңы мәктәптә, белем биреү менән бер рәттән, дәрестәр тыш эшмәкәрлекте ойоштороуға ла тейешле иғтибар бүленә. Уҡыусылар өсөн ағас эше һәм слесарь оҫтаханаларында, бесеү һәм тегеү, аш-һыу әҙерләү кабинеттарында өҫтәмә дәрестәр үткәреү ҡаралған.
 
📌 Һуңғы йылдарҙа республикала 8 полилингваль мәктәп төҙөлдө һәм асылды. Был уҡыу йорттарында Башҡортостан халыҡтары телдәре тәрәнәйтеп өйрәтелә. 2024 йылда Баймаҡ районында ошондай белем усағын сафҡа индереү планлаштырыла.
 
#национальныепроекты #милли проекттар #нацпроекты #региональныепроекты  #төбәк проекттары #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #милли проекттарБашҡортостан
Автор:
Читайте нас