Новости
1 Августа 2024, 18:58

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төркиәнең Рәсәйҙәге Илсеһе Танжу Бильгич менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе

1 августа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төркиә Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Танжу Бильгич менән осрашты. Көн тәртибендә – Башҡортостанда һәм Төркиәлә берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу перспективалары.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төркиәнең Рәсәйҙәге Илсеһе Танжу Бильгич менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙеБашҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төркиәнең Рәсәйҙәге Илсеһе Танжу Бильгич менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төркиәнең Рәсәйҙәге Илсеһе Танжу Бильгич менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе

Башҡортостандың 2023 йылғы тышҡы сауҙа әйләнеше күләме буйынса Төркиә икенсе урында тора. Башҡорт-төрөк мөнәсәбәттәре тарихы республикабыҙҙа ҙур төрөк компаниялары эшләгән осорҙағы сағыу миҫалдарға эйә, – тип билдәләне төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Мәҫәлән, быйыл «Лимак» холдингы «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә төбәктең мөһим инфраструктура объекты булған Өфөнән Көнсығыш сығыу юлының беренсе сиратын төҙөүҙе тамамланы. Төркиә Республикаһының Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе артабан хеҙмәттәшлек итеү менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе һәм төбәктең инвесторҙар йәлеп итеү мөмкинлектәрен юғары баһаланы. – Өфөгә килгәс, Төркиә бизнесы вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙем. Эшҡыуарҙар Башҡортостандағы эштәре менән ҡәнәғәт, – тине Танжу Бильгич. – Беҙҙең бурыс – сауҙаны һәм инвестицияларҙы артабан да үҫтереү. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан менән Төркиә араһындағы авиабәйләнеште үҫтереү, Төркиә Республикаһының Өфөләге Почетлы консулы офисын асыу перспективалары һәм иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре тикшерелде. Белешмә: 2023 йылда Башҡортостандың Төркиә менән тауар әйләнеше 112 процентҡа артҡан. 2024 йылдың ғинуар-май айҙарында Төркиә менән тауар әйләнеше, 2023 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 20,8 процентҡа күберәк. 2024 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостан биләмәһендә Төркиә капиталы ҡатнашлығындағы 22 предприятие теркәлгән.

Автор:
Читайте нас